3 декабрь, Шәмбе

05 февраль 2014 йыл, 11:20

Өфөнөң «Мираҫ» галереяһында «Донъяларҙы киңәйтеп» күргәҙмәһе асылды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

«Сынғыҙхан» ижади төркөм ҡатнашыусыларының «Донъяларҙы киңәйтеп» күргәҙмәһе Өфөнөң «Мираҫ» художество галереяһында асылды.

— Рәссамдарҙың ижадын бер стилгә беркетеү ҡыйын – улар бөтәһе лә төрлө-төрлө, — тип билдәләне галерея кураторы Виолетта Ибәтуллина. — Төркөм рәссамдарының уртаҡ проекттары бик күп, бынан тыш, уларҙың һәр береһе үҙенекен дә тормошҡа ашыра. Уларҙы бер нәмә – эштәрҙең юғары планкаһы һәм һәләт, берләштерә.

— Иң мөһиме – күргәҙмәнең тулыланыуы, ә исеме түгел, — тип билдәләне «Сынғыҙхан» ижади төркөм ҡатнашыусыларының береһе рәссам Вәсил Ханнанов. – Ижадыбыҙ менән тормош киңлеген киңәйтәбеҙ, офоҡтарҙы айырабыҙ. Ижади берләшмәнең юбилейы алдынан был күргәҙмәгә күрә рәссамдар үҙҙәренең эштәрен күрһәтеү һәм был киңлектә юғалмау өсөн дәрт алды.

Күргәҙмәнең экспозицияһында – ижади берләшмә ҡатнашыусылары – Вәсил Ханнанов, Рәсих Әхмәтвәлиев, Ринат Харисов, Наил Байбурин, Рафаэль Моратшин, Миҙәт Мөхәмәтов, Наил Лотфуллиндың – утыҙлаған эше.

Ҡайһы бер рәсемдәр 2014 йылда төшөрөлгән. Рәссамдар үҙҙәре әйтеүенсә, күргәҙмә ойоштороу тәҡдиме тамашаға яңы эштәр күрһәтеү теләге уятты. Күргәҙмәне беренсе ҡараусылар араһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов та булды, ул экспозицияларҙы ҡараны һәм авторҙар менән аралашты.

— Был тик тәүге аҙым ғына, беҙҙә башҡа заманса күргәҙмә залдары һәм фонд һаҡлағыстары булыуына ышанам, — тине Рөстәм Хәмитов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йыл Башҡортостанда республика Президенты Указы менән Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителгән. «Донъяларҙы киңәйтеп» күргәҙмәһе 15 мартҡа тиклем эшләйәсәк.

темалар: күргәҙмәләр