6 декабрь, Шишәмбе

05 февраль 2014 йыл, 9:05

Республиканың йәш парламентарийҙары Европа Советынан тәжрибә үҙләштерә

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы ағзаһы Таһир Ғизәтуллин, Страсбургта үткән, Рәсәй һәм БДБ илдәренең йәш парламентарийҙары һәм йәштәр лидерҙары өсөн семинар эшендә ҡатнашты. Ҡатнашыусылар һәм эксперттар Европа советының структураһы һәм принциптары менән танышҡан, Европа Советы парламентарийҙар ассамблеяһы етәкселеге менән осрашҡан, уҡытыу семинарҙарында, тренингтарҙа һәм оҫталыҡ-кластарында ҡатнашҡан.

— Беҙҙең йәштәрҙең проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн Европа йәштәр фондынан грант финанслауҙы йәлеп итеү өсөн мөмкинлектәр ҡараясаҡбыҙ, шулай уҡ Европа Союзының йәштәр сәйәсәте департаменты менән үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу механизмдарын билдәләйәсәкбеҙ. Бынан тыш, Йәштәр йәмәғәт палатаһы өсөн палатаның элекке етәкселәре башлаған Рәсәйҙең йәштәр парламенттары араһында бәйләнештәр һәм үҙ-ара эшмәкәрлекте нығытыу, булдырыу юлын дауам итеү мөһим, — тип комментарий бирҙе Таһир Ғизәтуллин.

Шулай уҡ программа сиктәрендә йәштәр семинарында ҡатнашыусылар Европа Советы парламентарийҙар ассамблеяһында Рәсәй делегацияһы ағзалары менән осрашты, улар араһында – Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Әнүәр Мәхмүтов. Парламентарий Таһир Ғизәтуллин менән БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр Палатаһы һәм Дәүләт Думаһының Халыҡ-ара эштәр буйынса комитетының артабан бергә хеҙмәттәшлек итеүе тураһында килеште.