5 декабрь, Дүшәмбе

05 февраль 2014 йыл, 10:33

Рөстәм Хәмитов Өфөлә бер нисә объекттың реконструкциялау һәм төҙөлөш барышын тикшерҙе

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин, Олег Яровиков

4 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә мәҙәниәт учреждениеларының һәм, 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләттәр башлыҡтары Советы ултырышы һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәргән ваҡытта йәлеп ителәсәк, объекттарҙың реконструкциялау һәм төҙөлөш барышын тикшерҙе.

Конгресс-холда республика етәксеһе алдан файҙаланылмаған ике ҡатты ҡараны, унда ике яҡлы осрашыуҙар өсөн бүлмәләр, күргәҙмә майҙандары, ШОС һәм БРИКС илдәренең делегация штабтары, ҡабул итеү залы, конференциялар үткәреү өсөн универсаль майҙансыҡ-трансформер урынлашасаҡ.

Унан һуң Рөстәм Хәмитов Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан «КЕСКО-Хилтон» ҡунаҡхана комплексының төҙөлөшөн ҡараны. Хәҙер объектта төп төҙөлөш эштәре тамамланған, эске инженер системаларын монтажлау бара. График буйынса яңы ҡунаҡхана комплексы 2015 йылдың беренсе кварталында асыласаҡ, унда 170 бизнес-класс бүлмәһе буласаҡ.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының яңы корпус төҙөлөшө барышын тикшерҙе. Бында яңы биш ҡатлы бина төҙөлө. Унда фондтар һаҡлағысы, күргәҙмә залдары, китапхана һәм музей хакимиәте урынлашасаҡ. Төҙөүселәр бөтә эштәрҙе быйыл йәй тамамларға иҫәп тота.

— Объектты тиҙ тапшырыу – үҙмаҡсат түгел. Төҙөлөштөң бөтә этаптарын да юғары сифатта башҡарыу мөһим, — тине Рөстәм Хәмитов, подрядсыларға мөрәжәғәт итеп.

Артабан республика Президенты, капиталь реконструкциялау барған, Башҡорт опера һәм балет театрында булды. Бында сәхнәне тәрәнәйтеү буйынса эштәр бара. Тамаша залы элементтары һәм сәхнәнең механик ҡорамалдары тулыһынса алмаштырыласаҡ. Бынан тыш, капиталь ремонт гардеробта, ҙур һәм бәләкәй фойела бара. Реконструкциялауҙы 2014 йылдың көҙөнә, яңы театр миҙгеле башына, тамамларға планлаштыралар. Был ваҡытҡа яңы театр кассалары ла эшләй башлаясаҡ, улар хәҙер түңәрәк формалы айырым бинала урынлашасаҡ.

Өфө буйынса эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов «Ҡарауанһарай» сауҙа үҙәге эргәһендәге төҙөлөш майҙансығында булды, унда 200 бүлмәлек «Холидей Инн» ҡунаҡханаһы төҙөлә. Объектта эштәр графикка ярашлы бара. Ҡунаҡхана комплексы 2015 йылдың февралендә асыласаҡ.

«Нефтселәр» Мәҙәниәт һарайын реконструкциялау тулы көйҙә бара. Бында инженер селтәрҙәре алмаштырылған, интерьеры яңыртыласаҡ, конференциялар һәм сағыу саралар үткәреү өсөн заманса ҡорамалдар урынлаштырыласаҡ.

Мәҙәниәт учреждениеһын ҡарағанда Рөстәм Хәмитов реконструкциялауҙан һуң тамаша залының акустикаһы нисек яҡшырыуы менән ҡыҙыҡһынды. Акустика панелдәрен алмаштырғандан һәм зал конфигурацияһын үҙгәрткәндән һуң сәхнәнән музыка, тауышты көсәйтеүһеҙ һәм үҙгәрешһеҙ, яҡшы ишетеләсәк, тине проектсылар.

Эш сәфәре аҙағында Рөстәм Хәмитов автомобиль күперенән алып тимер юл күперенә тиклем Ағиҙел буйы участкаһын ҡараны, унда алдағы ике йылда ҙур реконструкциялау үткәреләсәк, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.