6 декабрь, Шишәмбе

04 февраль 2014 йыл, 17:19

Силәбелә Башҡорт йәштәре иттифағы активистары «Ауылпиада-2014» ойоштора

автор: Арина Рәхимҡолова

Сочиҙа Олимпия уйындарын асыу алдынан Силәбенең Башҡорт йәштәре үҙенең «Ауылпиада-2014» ҡышҡы уйындарын үткәрергә булды. Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы активистары ойошторған спорт сараһы 6 февралдә үтә.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге матбуғат сәркәтибе Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, быға оҡшаш ярыштар Силәбелә беренсе тапҡыр ғына уҙғарылмай. Алдан ул «Каток-Party» тип атала ине һәм саф һауала уҙғарылған иң йөрөшлө сара  булып һаналды.

— Был беҙҙең өсөн Силәбе вуздарында уҡыусы башҡорт студенттары менән Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостандан эшләүсе башҡорт йәштәрен туплау һәм бер-береһе менән таныштырыу мөмкинлеге. Сара иҫерткес эсемлектәрһеҙ форматында үтә. Беҙ айыҡ позитив эшмәкәрлек принциптарына таянабыҙ, — тип һөйләне Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Әлфир Илбаҡтин.