7 декабрь, Шаршамбы

04 февраль 2014 йыл, 15:27

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 25 йыл тулыуға арналған юбилей тантаналары уҙа

автор: Ринат Сәғитов

2014 йылдың 15 февралендә Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 25 йыл тула. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының мәғлүмәттәренә ярашлы, юбилей датаһын байрам итеү сиктәрендә ветерандар менән осрашыуҙар, тематик күргәҙмәләр, батырлыҡ дәрестәре, концерттар, спорт эстафеталары, класс сәғәттәре, лекциялар, һәләк булған һалдаттарға ҡуйылған һәйкәлдәр эргәһендә митингтар үткәреү планлаштырылған.

6 һәм 7 февралдә Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты «социаль хәүеф» төркөмө үҫмерҙәре өсөн ҡышҡы сбор үткәрә. Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, улар өсөн махсус дәрестәр ҡаралған. Бынан тыш, «Батырлыҡ дәресе» һәм Хәрди Дан музейында яугир-интернационалистар менән осрашыуҙар уҙасаҡ.

Республиканың ҡалаларында һәм райондарында Афғанстанда хәрби бурысын башҡарған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә саралар уҙа. Осрашыуҙар үҫеп килгән быуында ватансылыҡ һәм илдең тарихы үткәндәренә ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.