4 декабрь, Йәкшәмбе

04 февраль 2014 йыл, 14:53

2013 йылда төбәктә 11 600-ҙән ашыу яман сир менән ауырыу осрағы асыҡланған

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

2013 йылда Башҡортостанда тәүге тапҡыр онкологик сир диагнозы ҡуйылғандарҙың һаны 11 689 кеше тәшкил итте, был 2012 йыл күрһәткесенән ҙурыраҡ — 10 953. Шуға ҡарамаҫтан, сирләү ошо уҡ кимәлдә ҡалған һәм 100 мең кешегә 287,8 сирле тура килә, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Республика онкология диспансерының баш табибы Руслан Солтанов.

— Сирләгәндәрҙең дөйөм һанынан беренсе урында элеккесә һөт биҙҙәрендәге яман шеш – дөйөм асыҡланған яман шеш осрағы иҫәбенән 12,3 процент, икенселә – үпкә рагы – 11,4 процент, өсөнсө урында – тире рагы – 9,1 процент, — тип һандарҙы килтерҙе Руслан Солтанов.

Уның әйтеүенсә, онкологик ауырыуы булған республиканың 59 процент кешеһе биш һәм унан күберәк йыл йәшәй, онкологияла ул һауыҡҡан критерий тип иҫәпләнә.

Республика онкология диспансерында 77 мең кеше иҫәптә тора, өҫтәүенә, республика буйынса ҡарағанда Өфөлә уртаса яман шеш менән сирләү бер нисә тапҡырға күберәк һәм 100 мең халыҡҡа 322,9 сирле тура килә. Тәү сиратта ул сирҙе диагностикалау мөмкинлеге менән бәйле.

Онкология диспансерының баш табибы даими рәүештә профилактик тикшеренеүҙәр, диспансеризация үтергә саҡырҙы.

— Әгәр беҙ табиптарға бармаһаҡ, әгәр билдәле бер осор менән тикшеренеү үтмәһәк, тимәк, әлбиттә, яман шеш сире башланыуын тәүге стадияларҙа асыҡлау мөмкин түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Руслан Солтанов.

Республикала дөйөм сирләгәндәрҙең һанынан 47 проценты сирҙең башланғыс стадияларында асыҡланған. Республика онкология диспансерының баш табибы иҫәпләүенсә, был байтаҡ ҙур һан.

Республиканың кадрҙар потенциалы һәм онкология хеҙмәтенең яҡшы тәьмин ителеше дауалауҙы юғары кимәлдә үткәрергә мөмкинлек бирә. Республика онкология диспансерының белгестәре онкологияла ҡулланылған бөтә төр дауалау алымдарын үҙләштергән.

Өфөлә Ядро медицина үҙәге асыу тураһында һөйләгәндә, уның рәсми атамаһы – ПЭТ-үҙәк (позитронно-эмиссионная томография) онкология диспансерының баш табибы, функциональ үҙәк эшләргә әҙер, тип хәбәр итте. Әлеге ваҡытта документ-рөхсәт биреү системаһы буйынса эштәр бара. Беренсе пациенттарҙы ағымдағы йылдың апрелендә ҡабул итеү планлаштырыла.

темалар: һаулыҡ һаҡлау