5 декабрь, Дүшәмбе

04 февраль 2014 йыл, 13:14

БР Хөкүмәте Урал-Волга буйы агросәнәғәт төркөмө менән экологик килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Урал-Волга буйы агросәнәғәт төркөмө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документты ҡул тамғалары менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев һәм «Урал-Волга буйы агросәнәғәт төркөмө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Артур Холдоенко нығытты.

Килешеү тирә-яҡ мөхитте яҡшыртыу буйынса яҡтарҙың йөкләмәләрен раҫлай, тип аңлаттылар Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Атап әйткәндә, Урал-Волга буйы агросәнәғәт төркөмө 2014-2020 йылдарға иҫәпләнгән производствоны модернизациялау һәм заманса технологиялар индереү программаһын уйлап табырға йөкләмә алды.

Бынан тыш, компанияның бөтә ҡошсолоҡ фабрикаларында биотехнологиялар ҡулланыу менән органик ашламалар алыу технологияһы индереләсәк. Күҙаллауҙарға ярашлы, сараларҙы ғәмәлгә ашырыу һәм производство процестарын оптималләштереү иҫәбенә ҡалдыҡтар күләме 10 процентҡа кәмейәсәк.

Үҙ сиратында, республика Хөкүмәте тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә консультация һәм мәғлүмәт хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса йөкләмәне үҙ өҫтөнә ала.

Был, етди экологик проблемаларҙы хәл итеү буйынса республика Хөкүмәте һәм предприятиелар араһында икенсе килешеү.

2013 йылда атмосфера һауаһын һаҡлау буйынса килешеү «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән төҙөлә. Килешеүҙәр нигеҙендә – хәҙер Рәсәйҙә иҡтисад үҫешендә төп тренды булып һаналған, производстволарҙы модернизациялау һәм заманса тәбиғәтте һаҡлау технологияларын индереү буйынса пландар.

Белешмә.

«Урал-Волга буйы агросәнәғәт төркөмө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – 10 етештереү предприятиеларынан торған, туҡланыу продукттары етештереү буйынса эре агросәнәғәт холдингы. Уларҙың иң эреләре: «Турбаҫлы бройлерҙары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Башҡортостан ҡошсолоҡ фабрикаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Авдон» сауҙа йорто.