8 декабрь, Кесе йома

04 февраль 2014 йыл, 12:30

«Вечерняя Уфа» гәзитенә 45 йәш тулды

автор: Гөлфиә Акулова

«Вечерняя Уфа» гәзитенә 45 йәш тулды. Рәсми рәүештә, баш ҡаланың иң популяр баҫмаларының береһенең беренсе һаны 1969 йылдың ғинуар башында донъя күрә, тип иҫәпләнә. Оҙаҡ йылдар «Вечерняя Уфа» берҙән-бер ҡала гәзите була. Һуңынан «Уфимская неделя» аҙналығы килеп сыға, башҡорт телендә «Киске Өфө» гәзите ойошторола, «Уфимские ведомости» тергеҙелә һәм «Уфа» ҡала журналы булдырыла.

«Вечерняя Уфа» ҡала киң мәғлүмәт сараларының хоҡуҡлы нигеҙ һалыусыһы булып һанала. Бөгөн гәзиттең дөйөм тиражы 28 мең тирәһе дана иҫәпләнә. Баҫма Өфө ҡалаһы ҡала округының рәсми матбуғат органы булып иҫәпләнә. Бында ҡаланың ижтимағи-иҡтисади үҫеше тураһында материалдар, йыш ҡына эшлекле тәҡдимдәр менән гәзит уҡыусыларының хаттары баҫыла. Ҡаланы төҙөкләндереү буйынса ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр урынлаштырыла.

«Вечерняя Уфа»ның юбилейы менән гәзит хеҙмәткәрҙәрен Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирек Ялалов ҡотланы, тип хәбәр итә баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.