5 декабрь, Дүшәмбе

04 февраль 2014 йыл, 11:55

Башҡортостанда «Мой банк» кредит ойошмаһының бүлексәләре юҡ – Милли банк

автор: "Башинформ"

Башҡортостанда «Мой банк» Мәскәү кредит ойошмаһының бүлексәләре юҡ, уның лицензияһын 31 ғинуарҙа Рәсәй Банкы тартып алған. Республика территорияһында теркәлгән «Мой банк. Ипотека» үҙ аллы кредит ойошмаһы булып һанала, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Милли банкы.

«Мой банк. Ипотека» вкладтарҙы страховкалау системаһы ҡатнашыусыһы булып тора, ул шәхси кешеләргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға 700 мең һум суммаға тиклем аҡсаларҙы тулы күләмдә ҡайтарыуға гарантия бирә.

«Мой банк. Ипотека» кредит ойошмаһы сайтында, «Мой банк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт һәм «Мой банк. Ипотека» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бер финанс-инвестиция төркөмөнә инә, тик төрлө юридик шәхестәр булып һанала, ә «Мой банк. Ипотека»ның  «айырым лицензияһы бар һәм ғәҙәти режимда эшләй», тип аңлатыла.

темалар: банктар