Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала 2013 йылда мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында 68 меңдән ашыу кеше эшкә урынлашҡан

Иҡтисад

2013 йылда Башҡортостанда дөйөм алғанда мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында 68,1 мең кеше эш тапҡан, 2012 йылда 78,5 мең. Эшкә урынлаштырыу кимәле төбәктә былтыр эш эҙләүселәр иҫәбенән 70,3 процент тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Эшкә урынлаштырыу буйынса юғары кимәл Сибайҙа (82,6 процент), Стәрлетамаҡта (81,2), Ишембайҙа (80,8), шулай уҡ Ғафури (79,8), Стәрлебаш (77,3) һәм Федоровка (74,3) райондарында.

Һәм киреһенсә, республиканың Асҡын, Шишмә һәм Архангель райондарының халыҡ мәшғүллек үҙәктәре иң түбән һөҙөмтә күрһәткән.

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, даими эшкә – 35 мең, ваҡытлыса эшкә 33 меңдән ашыу кеше урынлаштырылған.

2013 йылда хеҙмәт биржаһы ярҙамында эш тапҡандарҙың составында 45,3 мең тирәһе кеше – мәшғүл булмаған граждандар (эш эҙләп мөрәжәғәт иткәндәрҙең 61,6 проценты).

4,8 меңдән ашыуы – эштән бушатылған хеҙмәткәрҙәр; 31,3 мең самаһы – алдан эшләгән, беренсе тапҡыр эш эҙләгән, граждандар. Тағы ла 7,7 меңдән ашыу кеше – оҙаҡ (бер йылдан ашыу) эшләмәгән тәнәфестән һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итергә теләүсе граждандар. 38,8 меңдән күберәге – 29 йәшкә тиклемге йәштәр; 2,2 мең самаһы – пенсия алды йәшендәге кешеләр; 1,4 меңдән күберәге – инвалидтар.

Йәмәғәт эштәрендә былтыр 7,5 мең тирәһе кеше ҡатнашты, йәғни эш эҙләүсе граждандарҙың 7,7 проценты. Уларҙың күп өлөшө – эшһеҙҙәр, йәғни 7,3 меңләп кеше. Йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуҙың уртаса осоро 2013 йылда 1,2 ай тәшкил итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть