Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан вәкилдәре «АгроФерма» халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнаша

Иҡтисад

Мәскәүҙә бөгөн, 4 февралдә, «АгроФерма» VIII халыҡ-ара махсус малсылыҡ һәм тоҡомсолоҡ эше күргәҙмәһе асыла, унда Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы вәкилдәре лә ҡатнаша.

Башҡортостан делегацияһы составында – БР Ауыл хужалығы министрлығы, «Башҡортостандың һөт союзы» коммерцияһы булмаған ойошма, шулай уҡ республиканың бер нисә хужалыҡ вәкилдәре.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өс көнлөк күргәҙмәнең программаһына конференциялар, семинарҙар, өлкәне үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, малдарҙы ҡарау буйынса практик оҫталыҡ-кластары инә.

«АгроФерма» халыҡ-ара күргәҙмә – Рәсәй малсыларының, техника, малсылыҡ һәм генетика өсөн ҡорамалдар тәҡдим итеүселәрҙең осрашыу урыны. 2013 йылда күргәҙмәлә үҙ продукцияһын һәм хеҙмәтен 28 илдән 330-ҙан ашыу экспонент тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть