Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына конкурста алты кандидат ҡатнаша

Сәйәсәт

Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына конкурста ҡатнашырға алты кандидатҡа рөхсәт бирелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөтәһе 10 кандидат документтарын тапшырған. Өфө Ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 3 февралдә үткән конкурс комиссияһының ултырышында, дүрт кандидатура ҡире ҡағылған, улар: Николай Бажин, Вячеслав Гаврилов, Ринат Нәсибуллин һәм Илшат Шәфиғуллин.

Һөҙөмтәлә ун документ тапшырғанғандың алтауһына конкурста ҡатнашырға рөхсәт ителде. Уларҙың исемлеге: Рафиҡ Дусалиев, Сәид Закиров, Николай Пучнин, Владимир Чернов, Марат Йосопов, Ирек Ялалов.

Конкурс үҙе 12 февралдә үтә. Был датаны Өфө Ҡала Советы депутаттары 17 ғинуарҙа ултырышта раҫланы. Шул уҡ көндө депутаттар конкурс уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итте һәм конкурс комиссияһы составын раҫланы.

Конкурс әңгәмә формаһында уҙғарыласаҡ. Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүә итеүселәр Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы, федераль һәм республика закондарын Өфө ҡалаһы ҡала округы Уставы һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттар буйынса белемдәрен күрһәтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть