10 декабрь, Шәмбе

03 февраль 2014 йыл, 16:50

Өфөлә Russian Startup Tour-2014 Рәсәй үҫеш институттарының роуд-шоуы үтә

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Russian Startup Tour-2014 Рәсәй үҫеш институттарының роуд-шоуы республиканың баш ҡалаһында Өфө дәүләт авиация техник университеты нигеҙендә үтә.

Өфө проектта ҡалалар-ҡатнашыусылар исемлегендә алтынсы ҡала булды. Russian Startup Tour-2014 20 ғинуарҙан алып 27 апрелгә тиклем 27 ҡалала үтәсәк, сараларҙа һәм оҫталыҡ-кластарында һигеҙ меңдән ашыу кеше ҡатнаша.

Ойоштороусылар юғары технологик баҙарҙа талап ителгән перспективалы инновацион алымдар табырға, шулай уҡ йәш тикшеренеүселәргә проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа нәтижәле стратегиялар формалаштырыуҙа ярҙам итергә, стартап-команда ҡорорға ышана.

Һәр ҡала өсөн үҙенсәлекле программа эшләнгән. Программала төбәк инновацион проекттары презентацияһына айырыусы иғтибар бүленә, эксперттар төркөмө составына төбәк венчур фондтары һәм Рәсәйҙең юғары технологик компаниялары вәкилдәре инә.

Роуд-шоуҙа ҡатнашыусыларҙы Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәбрикләне.

— Бизнес һәм фәндең, яңы программаларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүенең ҡыҙыҡлы этабы бара, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Элек идеянан алып уны ғәмәлгә ашырыуға тиклемге баҫҡысты үтеүе ауыр ине. Етештереүсе перспективалы уйлап табыуҙы индерергә тейеш ине, заманса предприятиеларҙың ундай бурысы юҡ. Russian Startup Tour-2014 ғилми һәм инновацион эшмәкәрлекте ысын производство менән бер үк ваҡытта алып барырға аҙым буласаҡ. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә сәнәғәт производствоһы әкренәйҙе, күпселек осраҡта ул инновацион уйлап табыуҙы индермәй иҫкергән технологиялар менән ҡулланыу арҡаһында. Өфө Russian Startup Tour-2014 үтәсәк ҡалалар исемлегенә инеүе ҡыуаныслы. Сессияларҙа авиация университеты ғына түгел, ә медицина һәм педагогия уҡыу йорттары студенттары ҡатнашасаҡ. Инновацияларҙың киң фронтта барыуы мөһим. Әүҙемлек үҫеш нөктәләрендә генә билдәләнергә тейеш түгел, Хөкүмәт ошондай төрлө өлкәләргә ярҙам итәсәк, инновацион эшмәкәрлеккә булышлыҡ итер өсөн ресурстар йүнәлтәсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы.

— Үткән йылда беҙ 60 ҡалала булдыҡ, — тип билдәләне стартаптар буйынса «Сколково» фонды президентының советнигы Пекка Вильякайнен. — Рәсәйҙә үҙ бизнесыңды башлап булмай, тип иҫәпләгән күп кешеләрҙе осраттыҡ, был иҫәпкә рәсәйлеләр скептик ҡарашлы. Эшләргә мөмкин булыуҙы күрһәтер өсөн мин бөгөн бында.

Russian Startup Tour-2014 роуд-шоуы тураһында тулыраҡ «Ижтимағи электрон гәзите» материалында уҡырға була.