9 декабрь, Йома

03 февраль 2014 йыл, 14:28

Максим Чудов – Сочиҙағы «Слобода»ның мэры

автор: Дмитрий Слезин

Сочиҙа өс Олимпия ауылдары асылды, уларҙа алдағы Уйындар-2014-тә спортсылар һәм рәсми кешеләр урынлашасаҡ. Өҫтәмә «Слобода» ауылының мэры, яңыраҡ профессиональ спортсы карьераһын тамамлаған, Өфө егете, биатлонсы Максим Чудов булды.

«Слобода» өҫтәмә тау олимпия ауылы саңғы уҙышы һәм биатлон буйынса ярыштар өсөн комплекстан туранан-тура яҡын (500-800 метр) урынлашҡан, спортсыларға ярыштар үтәсәк шул уҡ бейеклек кимәлендә йәшәүҙе тәьмин итәсәк. Өҫтәмә тау ауылында саңғы уҙышы һәм биатлон кеүек спорт төрҙәрендә ҡатнашыусы 1100 спортсыны, шулай уҡ делегация ағзаларын урынлаштырыу тәьмин ителгән.

Үҙенең матурлығы буйынса үҙенсәлекле тау ландшафтында урынлашҡан «Слобода» рус халыҡ әкиәттәре рухында һаҡланған. Бөтәһенә лә билдәле әкиәт персонаждары: Мәскәй әбей, Ут-ҡош (Жар-птица), Илья Муромец, Садко, Иван-Дурак һәм Һоро Бүре рус халҡының холоҡ һыҙаттарын, уның юморын, һабағын һәм ҡиммәттәрен асып бирә.

Һәр ауылда – үҙенең Хужаһы – Уйындарҙың рәсми Талсымдарының береһе бар. Аҡ Айыу – Яр буйы Ауылының ҡунаҡсыл хужаһы. Леопард – Тау Ауылының әүҙем, ҡыйыу хужаһы. Ҡуян – «Слобода» Өҫтәмә Тау ауылының мәрхәмәтле, шат күңеллле хужабикәһе. Һәр бер Хужаға үҙ ауылының стиле яҡын. Ҡуян әкиәттәр ярата, Леопард урыҫ йолаларын хөрмәт итә, Аҡ Айыу тарих һәм заманса технологиялар менән мауыға.

Ҡолға менән бейеклеккә һикереү буйынса донъя рекордсмены Елена Иҫәнбаева Хужа Аҡ Айыу менән Яр буйы ауылы мэры булды, ә Леопард конькиҙа йүгереү спортының Ватан йондоҙо Светлана Журова менән бергә Тау ауылында хужалыҡ итәсәк.