Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма хоккей командаһы Сочиға осто

Спорт

Шайба менән хоккей буйынса Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаһы Олимпия алды йыйыныуҙың беренсе өлөшөн тамамланы һәм Сочиға осто.

Ғинуарҙың уртаһынан алып Михаил Чеканов етәкселегендә команда «Новогорск» уҡыу-күнекмәләр үҙәге базаһында шөғөлләнде, унда «Атлант-98», «Крылья Советов-99» үҫмерҙәр командалары һәм Мәскәү өлкәһенең 99 йылда тыуғандар йыйылма командаһы менән иптәштәрсә матч үткәреп, бөтә ҡара-ҡаршы торошта еңеү яуланы, — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Хоккей федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән.

— Яңыраҡ көс туплау микроциклы тамамланды, — тине Михаил Чеканов. — Ҡыҙҙар үтәй алды, функциональ әҙерлеккә нигеҙ һалынды, ул уңышлы сығыш яһауҙың мөһим аспекты булып тора. Хәҙер уйынды ойоштороу буйынса сифатлыраҡ эшкә сығабыҙ.

1 февралдән беҙҙең ҡыҙҙар әҙерлекте Сочиҙа дауам итә, ә шаршамбы, 5 февралдән, йыйылма Япония командаһы менән бергә күнегеү үткәрәсәк.

Иҙегеҙгә төшөрәбеҙ, милли команда составында Өфөнөң «Ағиҙеленән» алты кеше — Ангелина Гончаренко, Анна Шибанова, Инна Дюбанок, Алена Хомич, Елена Дергачева һәм Екатерина Пашкевич.

XXII ҡышҡы Олимпия уйындары сиктәрендә беренсе матчта, 9 февралдә, Рәсәй йыйылмаһы Германия командаһы менән осрашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть