11 декабрь, Йәкшәмбе

03 февраль 2014 йыл, 11:52

2013 йылда Башҡортостанда һәр һыйырҙан 3788-шәр килограмм һөт һауып алынған

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында 2013 йылда һәр һыйырҙан уртаса 3788-шәр килограмм һөт һауып алынған, был күрһәткес 2012 йылға ҡарағанда 1 процентҡа күберәк.

Республика Ауыл хужалығы министрлығының малсылыҡты интенсификациялау һәм бәләкәй хужалыҡтарҙы үҫтереү бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, иң яҡшы етештереүсәнлекте былтыр Саҡмағош районының «Герой» ауыл хужалығы етештереү кооперативы һыйырҙары күрһәткән. Бында һәр һыйырҙан уртаса һауым 7678 килограмм тәшкил итә.

Икенсе урында – Ауырғазы районының «Уңыш» ауыл хужалығы производство кооперативы, бында һәр һыйырҙан йылына 6948-шәр килограмм һөт һауып алалар. Өсөнсө урында – Дүртөйлө районының «Киров исемендәге тоҡомсолоҡ заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Бында уртаса йыллыҡ етештереүсәнлек һәр һыйырҙан 6835-шәр килограмм тәшкил итә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, «Уңыш» ауыл хужалығы производство кооперативы һәм Киров исемендәге тоҡомсолоҡ заводы «500 ферма» республика комплекслы программаһы ҡатнашыусылары.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «500 ферма» республика программаһы 2012 йылдың яҙында старт алған. Программаның төп маҡсаты – малдарҙы ҡарау өсөн тейешле шарттар, шулай уҡ фермаларҙа эшләү өсөн оптималь шарттар булдырыу.

Был ваҡыт эсендә 133 һөтсөлөк фермаһын һәм 1 тоҡомсолоҡ эше буйынса сервис хеҙмәте булдырыу предприятиеһын яңыртыуҙа 115 ауыл хужалығы предприятиеһы Программа ҡатнашыусыһы исеменә эйә булды.

«500 ферма» комплексы программаны тормошҡа ашырыу фермаларға яңы күренеш бирә алды. Бында башҡарылған яңыртыу һәм реконструкциялау эштәре һөҙөмтәһендә, ошондай фермаларҙа һәр һыйырҙан уртаса һауым республика буйынса уртасаға ҡарағанда дүрттән бер өлөшкә тиерлек күберәк.

Әлеге ваҡытҡа тиклем «500 ферма» маҡсатлы программала ҡатнашыу өсөн критерийҙарҙың береһе хужалыҡта кәм тигәндә 300 һауым һыйыры булыуы мотлаҡ ине.

2014 йылдан алып был планканы 200 башҡа тиклем кәметеү планлаштырыла. Шуға күрә «500 ферма» комплексы программала, һауым көтөүен 300-400 башҡа тиклем арттырырға планлаштырған, 50-ләгән ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнаша аласаҡ.