4 декабрь, Йәкшәмбе

03 февраль 2014 йыл, 10:25

Өфөлә рәсми рәүештә Мәҙәниәт йылы асылды

автор: Гөлфиә Акулова

Өфө ҡала Мәҙәниәт һарайында Мәҙәниәт йылын асыу тантанаһы уҙҙы. Сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирек Ялалов, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, ветерандары ҡатнашты.

Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, «2014 йыл мәҙәни өлкәне кардиналь яҡшыртыуға йүнәлтелгән аныҡ саралар йылы булырға тейеш. Мәҙәниәт йылының лозунгы – «Донъяны матурыраҡ итәйек», һәм беҙҙең маҡсат кешеләрҙе мәҙәниәткә ылыҡтырыу өсөн уларҙы илһамландырыу».

Мәҙәниәт йылына арналған концерт программаһында баш ҡаланың ижади коллективтары, башҡарыусылары, балалар музыка мәктәптәре һәм сәнғәт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Ҡала мәҙәниәт һарайында экспозиция ойошторолғайны, унда муниципаль китапханалар, музейҙар буйынса электрон презентация һәм виртуаль экскурсия, балалар сәнғәт мәктәптәре ҡаҙаныштары, балалар һынлы мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре эштәренең күргәҙмәһе, «Ижади Өфө» фотокүргәҙмәһе ойошторолғайны, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.