10 декабрь, Шәмбе

03 февраль 2014 йыл, 9:53

Март айында Башҡортостан халҡын бер юлы өс ял көнө көтә

автор: Галина Бахшиева

Рәсәйҙә, илдең хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, 23 февраль – Ватан һаҡсылары көнө һәм 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – эшләмәгән ял көндәре булып тора.

Хеҙмәткәрҙәр ял һәм эшләмәгән байрам көндәрен рациональ файҙаланһын өсөн, Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән ял көнө дүшәмбенән, 24 февралдән, дүшәмбегә, 3 ноябргә, күсерелә.

Шул уҡ ваҡытта дүшәмбе, 24 февралдә, эш оҙайлығы бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Шул арала, тағы ла бер эшләмәгән байрам көнө – 8 март – ял көнө – шәмбегә тура килә. Ял һәм эшләмәгән байрам көнө тап килгән осраҡта ял көнө байрам һуңғы эш көнөнә күсерелә

Шуға күрә, ял көнө шәмбенән, 8 марттан, дүшәмбегә, 2014 йылдың 10 мартына, күсерелә. Шул уҡ ваҡытта йома, 7 мартта, эш оҙайлығы бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Тимәк, байрам көндәренә бәйле Башҡортостанда ял көндәре булып 2014 йылдың 22, 23 феврале, 8,9 һәм 10 марты иҫәпләнә.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп һәм йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 23 февралдәге һәм 8 марттағы ял һәм байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй.

Алдан хәбәр ителеүенсә, 2014 йылда рәсәйлеләр 118 көн ял итәсәк, ә Башҡортостан халҡын, мосолман байрамдары булғанлыҡтан, өҫтәмә өс ял көнө көтә.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Ураҙа байрамы, Ҡорбан ғәйете һәм Республика көнөн байрам итеүгә бәйле 28 июль, 4 һәм 11 октябрь эшләмәгән байрам көндәре тип иғлан ителгән.

темалар: байрамдар