4 декабрь, Йәкшәмбе

31 ғинуар 2014 йыл, 17:44

Константин Толкачев: «Етәксе ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың нисек ғәмәлгә ашырылыуын күрергә тейеш»

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Дмитрий Медведевтың Өфөләге Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте. «Берҙәм Рәсәй» сәйәсәт партияһының төбәк бүлексәһе секретарына алты кеше мөрәжәғәт итте.

Граждандарҙы ҡабул итеүҙә йәмәғәт ойошмаһы өсөн бина һорап, өлкән быуын кешеләре өсөн социаль программаға һәм үҫмерҙәр өсөн ике ҡатлы сәләмәтләндереү-уйын комплексын төҙөүҙә ярҙам һорап һәм башҡа өлкәләр буйынса һорауҙар менән мөрәжәғәт иттеләр.

Граждандар менән осрашыуға йомғаҡтар яһап, «Берҙәм Рәсәй» сәйәсәт партияһының төбәк бүлексәһе секретары, бөтә яңғыраған һорауҙар – ябай түгел һәм мөһим, улар етди өйрәнеүҙе талап итә, тип билдәләне.

— Етәксе һәр саҡ кире бәйләнештә булырға тейеш, етәкселек кимәлендә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың нисек ғәмәлгә ашырылыуын күрергә тейеш. Үҙ ваҡытында һиҙеп, хәл итер өсөн, беҙ граждандарыбыҙҙың ихтыяждары тураһында белергә тейешбеҙ, — тине Константин Толкачев.