8 декабрь, Кесе йома

31 ғинуар 2014 йыл, 17:03

Хәрби Дан музейында Ленинград ҡамалышын өҙөүҙең 70 йыллығын билдәләнеләр

автор: Арина Рәхимҡолова

Хәрби Дан Республика музейында Ленинград ҡамалышын өҙөүҙең 70 йыллығына арналған осрашыу үтте. Сарала Ленинград фронтында ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәхмүт Булатов; сығышы менән Ленинградтан Владимир Добролюбов, Өфөнөң 17-се балалар китапханаһы мөдире, «Өфө һәм өфөлөләр» музейы директоры Светлана Сабирова, хәҙер Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәүсе, оборонала ҡатнашҡандар һәм ҡамалышлы Ленинградта йәшәгәндәр ҡатнашты.

Ветерандарҙың һөйләүҙәрен тыңларға спорт йүнәлешендәге 5-се Республика мәктәп-интернаты, 83-сө мәктәп, Башҡорт иҡтисад лицейы уҡыусылары килгәйне.

Йыйылғандар «Блокада. 5-я попытка» документаль фильмының фрагменттарын, шулай уҡ фотоларҙы һәм «Ленинград ҡамалышы» открыткалар серияһын ҡараны. Светлана Сабированың, ҡамалышлы Ленинградтан сығарылған, үҙенең музей экспонаттарының тарихы тураһында һөйләүе ҡыҙыҡлы булды. Иван Праксин ғаиләһенең ҡомартҡылары ул ысын иҫтәлек. Был әйберҙәр XVII быуаттан алып быуындан быуанға күсеп килгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ленинград эргәһендәге һуғыштарҙа Башҡортостандың меңләгән яугиры алышҡан, күптәре унда һәләк булған һәм уларҙың ҡәберҙәре әле һаман табылмаған. Республиканың эҙләү отрядтары йыл һайын Ленинград өлкәһенә бер нисә тапҡыр экспедиция менән барып ҡайта, яугирҙарҙың мәйеттәрен табып, һаҡланып ҡалған һалдат медальондары йәки наградалары аша шәхсилеген асыҡлай.

Иҫтәлекле датаға республиканың ҡалаларында һәм райондарында төрлө саралар уҙғарыла: тематик күргәҙмәләр, ветерандар менән осрашыуҙар, класс сәғәттәре, лекциялар.