6 декабрь, Шишәмбе

31 ғинуар 2014 йыл, 16:31

Өфөлә йортһоҙҙар өсөн йылы кейем йыйыу тураһында иғлан иттеләр

автор: Розалия Вәлиева

Билдәле бер йәшәү урыны булмаған кешеләргә ярҙам итеү буйынса Республика комплекслы социаль үҙәк Өфөлә йортһоҙҙар өсөн йылы кейем йыйыу тураһында иғлан ите.

Башҡортостанда «Һыуыҡ» режимы (был режим өс көн рәттән һауа температураһының билдәһе минус 25 градус тәңгәлендә йәки түбән булған осраҡта индерелә) булған осорҙа бөтә мохтаждарға үҙәктә булып торорға рөхсәт иттеләр.

— Ҡуныр урыны менән 20 кеше файҙаланды, — тип хәбәр итте учреждениеның директоры Рөстәм Ғәзиев. — Күптәре хәҙер үҙ эштәре буйынса китте, киске табай улар кире ҡайта. Бынан тыш, үҙәктә ваҡытлыса йәшәү хоҡуғында 43 кеше тора. Бөтәһенә лә эҫе аҙыҡ һәм йылы кейем бирелә.

Үҙәк белгестәре өфөлөләрҙе үҙәккә йылы (ҡыш өсөн) кейем һәм аяҡ-кейеме килтереүҙәрен һорай. Кейемдәрҙе ҡабул итеү – көн һайын 9 сәғәттән алып 21 сәғәткә тиклем, Өфө ҡалаһы, Колгуев урамы, 29 адресы буйынса.

темалар: социаль ярҙам