7 декабрь, Шаршамбы

31 ғинуар 2014 йыл, 16:10

«Һарайлы»ла башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтигә арналған күргәҙмә асылды

автор: Ринат Сәғитов

Благовар районының Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә «Рәшит Ниғмәтиҙең тормошо һәм ижады» исемле китаптар күргәҙмәһе асылды, ул БАССР-ҙың халыҡ шағирының тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған.

Уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Рәшит Ниғмәтиҙең шиғырҙарын уҡыны. Улар «Ҡыҙымдың hорауҙарына яуаптар» шиғырына һәм «Киләсәккә сәйәхәт» поэмаһына фекер алышты. Был әҫәрҙәрҙә башҡорт халыҡ шағиры талантының көслө яҡтары, уның донъяға оптимистик ҡарашы, кешегә яҡты ышанысы асыла.

Кисәлә ҡатнашыусылар тыуған Башҡортостандың әҙәби мираҫын өйрәнгәндә үҙҙәре өсөн яңы бит асты.

Рәшит Ниғмәти башҡорт теленә Александр Пушкиндың, Михаил Лермонтовтың, Степан Злобиндың һәм Владимир Маяковскийҙың әҫәрҙәрен тәржемә иткән. Бөтә был әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә ҙур өлөш булып тора.

Рәшит Ниғмәти (1909-1959) – еңел булмаған яҙмыш кешеһе. Уның ижади эшмәкәрлеге дауыллы һәм ҡатмарлы утыҙынсы, һуғышлы ҡырҡынсы һәм ауыр һуғыштар һуңы йылдарына тура килә. Шағирҙың ижади үҫешендә һәм талант булыуында «Ленин юлы» район гәзитендәге эше ҙур роль уйнай. Журналист эшмәкәрлеге, колхоздарҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыуы шағирға яңы кешеләр образы һәм ауылдың үҙгәреүе, беренсе башҡорт нефтен алыу темаларын асырға ярҙам итә. Ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены(1944), ике «Почет билдәһе»(1949) ордендары менән бүләкләнгән.

Рәшит Ниғмәти ижадының мөһим өлөштәре булып уның «Дауылдар тыуҙырған ғүмер», «Йәмле Ағиҙел буйҙары», «Минең баҡсамда» хеҙмәт емештәре тора. Авторҙың был әҫәрҙәре башҡорт халыҡ тормошон сағылдыра.