8 декабрь, Кесе йома

31 ғинуар 2014 йыл, 14:04

2013 йылда Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһы 8 миллиард һумдан ашыу суммалыҡ боҙоуҙар асыҡлаған

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

2013 йылда Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһы 88 контроль һәм эксперт-аналитик сара үткәргән, республика бюджет системаһынан средстволар килгәндә һәм улар менән файҙаланғанда, дәүләт мөлкәте менән идара иткәндә 8 миллиард һумдан ашыу суммалыҡ боҙоуҙар һәм етешһеҙлектәр асыҡланған. Был хаҡта 30 ғинуарҙа БР Контроль-иҫәп палатаһы коллегияһы ултырышында билдәле булды, уның эшендә БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов, республика Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары Рәмил Исҡужин ҡатнаштылар.

— Ул был средстволар урланған тигәнде аңлатмай, — тип билдәләне БР Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов. — Боҙоуҙарҙың байтаҡ күләме дәүләт ресурстарын нигеҙһеҙ һәм файҙаһыҙ ҡулланыу менән бәйле. 2 миллиард 200 миллион һум аҡса кире ҡайтарылған, 700 миллион һумдан ашыу суммалыҡ бюджет юғалтыуҙарына ҡаршылыҡ ҡуйылған.

2013 йылда аудиторҙар мәктәпкәсә белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә средстволар менән ҡулланыуҙы тикшергән, ветерандарға, инвалидтарға һәм йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сараларын анализлаған, юл төҙөүгә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға бәйле торлаҡ программаларын һәм сараларын тормошҡа ашырыуҙа бюджет инвестицияларының һөҙөмтәлелеген иҫәпләгән.

Экологик проблемаларҙы һәм тәбиғәтте һаҡлау сараларын хәл итеүгә бүленгән ресурстарҙы ҡулланыу мәьсәләһенә айырыуса иғтибар бүленгән. Әлеге ваҡытта тамамланмаған социаль объекттар төҙөлөшө күләменең мониторингы алып барыла. Һуңғы өс йылда БР Капиталь төҙөлөш идаралығының тамамланмаған объекттар күләме 14 миллиард һумдан 8 миллиадр һумға тиклем кәмегән.

2013 йылда 15 енәйәт эше асылған, административ яуаплыҡҡа 39 вазифалы һәм юридик кешеләр тарттырылған.

Белем биреү өлкәһендә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында белгестәр кәрәклеге тураһында мәғлүмәт банкы ойошторолған, балалар йорттарында бер тәрбиәләнеүсене ҡарауға сығымдарҙың нормативы раҫланған. Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә төрлө ҡалдыҡ төрҙәре менән типлаштырылған эш итеү тәртибе эшләнгән, паспорт кадастрына 894 файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары индерелгән. Фән өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙерҙе коммерциялаштырырға, интеллектуал эшмәкәрлек һөҙөмтәләренән табыш алыуҙы тәьмин итергә маташалар. Аудиторҙар шулай уҡ агросәнәғәт комплексындағы хәлде өйрәнә: ауыл хужалығы саралары эшенең һөҙөмтәлелегенә бәйле субсидиялар биреүҙе ҡарай. Бынан тыш, тоҡомло көтөүгә экспертиза үткәреү буйынса комиссия булдырылған. Шулай уҡ Контроль-иҫәп палатаһы, лабаратория һынауҙары һығымталарынан һуң, Өфөлә төҙөлөш этаптарын ҡабул итеү менән шөғөлләнә, Өфөнөң 80 урамына паспорттар эшләнгән.

2014 йылда Контроль-иҫәп палатаһы белгестәре контроль һәм күҙәтеүҙең яңы алымдарын ҡулланырға, дәүләт ресурстарын ҡулланыу һөҙөмтәлелеге аудитын индерергә, сығым йөкләмәләре, шулай уҡ республиканың дәүләт программалары өлөшөндә закон проекттарына, норматив хоҡуҡи акттарға экспертиза үткәрергә планлаштыра.

Контроль һәм эксперт-аналитик саралар йомғаҡтары буйынса 40 республика норматив-хоҡуҡи актына үҙгәртеүҙәр ҡабул ителгән һәм индерелгән. Күбеһенсә улар социаль яҡланмаған халыҡ ҡатламына ярҙам итеү, дәүләт мөлкәте менән идара итеү, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, ауыл хужалығы өлкәһендә дәүләт ярҙамы мәсьәләләрен һәм муниципаль берәмектәр инфраструктураһы үҫеше проблемаларын көйләү өлкәләрендә яйға һалыуға ҡағылды.