4 декабрь, Йәкшәмбе

31 ғинуар 2014 йыл, 12:12

Рөстәм Хәмитов «Комсомольская правда» гәзитенең баш мөхәррире Владимир Сунгоркин менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

30 ғинуарҙа Өфөлә «Комсомольская правда в Башкортостане» гәзите редакцияһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов «Комсомольская правда» нәшриәт йортоноң баш мөхәррире, генераль директоры Владимир Сунгоркин һәм баҫманың Өфө редакцияһы журналистары менән осрашты. Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әңгәмә барышында Башҡортостан Президенты республикала социаль программаларҙы һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе, төбәктә транспорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса пландар тураһында хәбәр итте, ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарына әҙерлек барышы тураһында һөйләне.

ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарын Өфөлә үткәреүҙән республика һәм уның халҡы ысынында нимә аласаҡ, тигән һорауға яуап биреп, Рөстәм Хәмитов, «халыҡ яҡшы, матур ҡала, ҡалабыҙҙың яҡшыртылған тышҡы ҡиәфәтен аласаҡ», тине.

«Юғары кимәлдә булырға, һәм беҙ Рәсәй Федерацияһының танылған иң яҡшы ҡалалары унлығына инергә тейешбеҙ. Танылыуҙан һуң киләһе аҙым – ул инвесторҙарҙың килеүе. Улар бында яҡшы кешеләр, яҡшы властар хеҙмәт итеүен күрәсәк», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

— Беҙ күп производстволарҙа мохтажлыҡ кисерәбеҙ, беҙгә күп предприятиелар кәрәк. Саммитта ҡатнашыусылар алдында республикабыҙҙың презентацияһы менән сығыш яһаясаҡбыҙ.

Республика башлығының «Комсомольская правда в Башкортостане» журналистары менән тулы әңгәмә БР Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.