Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика Президенты Өфөлә шәхси балалар баҡсаһын һәм яңы йорт комплексының төҙөлөш майҙансығында булды

Йәмғиәт

30 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө буйынса эш сәфәре барышында «Умка» шәхси балалар баҡсаһын ҡараны һәм Баҡалы урамында яңы йорт комплексының төҙөлөшө барышы менән танышты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

«Умка» балалар баҡсаһы 2013 йылдың октябрендә асылған. 174 квадрат метр майҙанлы муниципаль бина балаларҙы ҡарау буйынса шәхси эшҡыуар Евелина Северинаға ҡуртымға бирелгән.

Бина менән ҡулланыуға ай һайын түләү 27 мең һум тәшкил итә, әммә ул белем биреү эшмәкәрлегенә лицензия алғандан һуң ҡуртым хаҡы 21 мең һумға тиклем кәмейәсәк.

«Әлбиттә, ҡала бюджеты ниндәйҙер табыш алмаясаҡ, әммә был ҡурҡыныс түгел. Беҙ икенселә уңышҡа өлгәшәсәкбеҙ», – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Бөгөн мәктәпкәсә учреждениеға йәш ярымдан алып өс йәшкә тиклем 15 бала йөрөй. Балалар баҡсаһы тағы ла 10 баланы ҡабул итергә әҙер. Шәхси балалар баҡсаһында баланы тәрбиәләгәндәре өсөн ата-әсәләр айына 15 мең һум түләй. Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирек Ялалов һөйләүенсә, һуңғы йыл эсендә дәүләттеке булмаған балалар баҡсаларының һаны Башҡортостандың баш ҡалаһында 54-тән 112-гә тиклем артты.

Һуңынан Рөстәм Хәмитов Баҡалы урамындағы төҙөлөш майҙансығында булды, унда 25 ҡатлы өс йорттан торған «СтройФедерация» заманса йорт комплексы төҙөлә.

Республика Президенты яңы йортта тулыһынса йәшәргә әҙер булған бер нисә фатирҙы ҡараны. Рөстәм Хәмитов, үҙенең абруйы тураһында ҡайғырған республика төҙөлөш компанияларына ярҙам итергә кәрәк, тип билдәләне.

«Миңә үтәлгән эштәрҙең сифаты оҡшай, бөтә яҡшы эшләнгән һәм лайыҡлы күренә», – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

«СтройФедерация» Инвестиция-төҙөлөш компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән йорттарҙа республикала беренсе тапҡыр «Аҡыллы өй» концепцияһы ғәмәлгә ашырылған. Ул йорттарҙа йәшәүселәргә электр һәм йылылыҡ энергияһын һаҡсыл тотонорға ярҙам итеүсе, шулай уҡ хәфефһеҙлекте һәм элемтәне тәьмин итеүсе заманса техник алымдар (датчиктар, счетчиктар һәм видеокамералар) комплекты.

Бынан тыш, төҙөүселәр Башҡортостан Президенты менән яңы сит ил технологияһын индереп юғары ҡатлы йорттарҙы тиҙ күтәреү  пландары менән уртаҡлашты. Киләсәктә төҙөлөш компанияһы Өфөлә заманса тормош концепцияһы тулыһынса тормошҡа ашырылыр даунтаун төҙөргә тәҡдим итә. Рөстәм Хәмитов был идеяны хупланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть