Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президенты БР прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре алдында сығыш яһаны

Сәйәсәт

30 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, 2013 йылда төбәк прокуратура органдары эштәренең йомғағына арналған, Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты һәм сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Президент ведомствоның һәм республиканың бөтә хоҡуҡ һаҡлау системаһының эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген артабан да арттырыу тураһында һөйләне.

— Прокуратура – закондар үтәлешен контролдә һәм күҙәтеүҙә тотоуҙа – дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа төп инструменттарҙың береһе. Закондар бөтәһе өсөн дә, мин һыҙыҡ өҫтөнә алам – бөтәһе өсөн дә, берҙәм һәм үтәлешкә мотлаҡ. Асылда, ил хәҙер үҙ үҫешенең күсеү этабын кисерә. Күп кенә социаль механизмдар, сәйәсәт системаһы, граждандар йәмғиәте институты, иҡтисад үҫеш стадияһында. Бындай шарттарҙа закондар боҙоу, коррупция, эш вазифаһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуҙар өсөн юлдар ҡала әле. Бөтә был күренештәр менән ни тиклем һөҙөмтәле көрәшеүҙән, күп осраҡта граждандарҙың власҡа ышанысы тора. Ә ул, үҙ сиратында, күбеһенсә дәүләттең тотороҡлоғон билдәләй, — тине Рөстәм Хәмитов.

Ул шулай уҡ, «прокуратура органдарының – ҙур эш фронты һәм өҫтәүенә йәмәғәт тормошоноң күп өлкәләрендә закондарҙы үтәүҙе күҙәтеү өлөшөндә ҙур вәкәләттәр», тип билдәләне.

— Башҡортостан прокуратураһы был мәсьәләләрҙе яҡшы атҡарыуы тураһында, бөгөн, Волга буйы федераль округында ғына түгел, ә илдең иң алдынғы һәм һөҙөмтәле эшләүсе прокурор хеҙмәттәре иҫәбенә инеүе һөйләй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.

Рөстәм Хәмитовтың БР прокуратураһы коллегияһының киңәйтелгән ултырышындағы сығышының стенограммаһы менән БР Президентының рәсми сайтында танышырға була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть