7 декабрь, Шаршамбы

30 ғинуар 2014 йыл, 18:37

Башҡортостан Президенты вазифаһының исемен алмаштырыу тураһында закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡабул ителде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан парламентарийҙары республиканың иң юғары вазифалы кешеһенең вазифаһын икенселәй исемләү тураһындағы закон проектын икенсе уҡыуҙа хупланы. Төбәк етәксеһен рәсми рәүештә «Глава Республики Башкортостан» тип исемләргә тәҡдим ителә. Ҡарар БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡабул ителде.

Закон проекты өҫтөндә эшләгәндә 14 төҙәтмә индерелгән, уларҙың икәүһе – БР Прокуратураһы менән. Төҙәтмәләрҙең бер өлөшө кире ҡағылған.

«Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында» закон проекты, уға ярашлы төбәк етәксеһе вазифаһының исемен үҙгәртеү, 26 декабрҙә республика парламентының пленар ултырышында беренсе уҡыуҙа күпселек тауыш менән ҡабул ителде. Инициативаны БР Конституция суды рәйесе Люция Ғүмәрова тәҡдим иткәйне. Проект менән республика Конституцияһының бер нисә статьяларына үҙгәрештәр индерелә. Улар араһында – 2010 йылдың 28 декабрендәге федераль законға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы субъектының иң юғары вазифалы кешеһенең вазифаһы атамаһын үҙгәртеү.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2010 йылда Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев РФ субъекттары башлыҡтарын президент тип йөрөтөүҙе тыйған законға ҡул ҡуйғайны. Төбәк башлығы вазифаһының атамаһы РФ субъекты Конституцияһы (уставы) нигеҙендә тарихи, милли һәм башҡа йолаларҙы иҫәпкә алып билдәләнә.