Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Дәүләт Йыйылышы депутаттары Белорет районының Тимер юл ауылындағы хәлде тикшерәсәк

Сәйәсәт

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Белорет районының Тимер юл ауылындағы хәлдә парламент тикшереүе үткәрәсәк. Парламент тикшереүе буйынса комиссия төҙөү тураһындағы ҡарар бөгөн Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында ҡабул ителде, уға биш партия вәкилдәре инде.

БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылда республиканың бер нисә күҙәтеү органына урмандарҙы законһыҙ баҫып алыу, экологик һәм санитар нормаларҙы боҙоп урман менән ҡулланыу, ағас эшкәртеү ҡалдыҡтарының рөхсәтһеҙ сүплеген ойоштороуға Белорет районының Тимер юл ауылы халҡынан ялыуҙар килә башлай. Ошо факттар буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бер нисә енәйәт һәм административ эштәре ҡуҙғатылған.

Депутаттар урынға сығырға һәм хәҙерге ваҡытта ундағы хәлдең нисек икәнлеген өйрәнергә планлаштыра. Тикшереү йомғаҡтары тураһында мәғлүмәт республика парламенты ултырышында тәҡдим ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть