Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә ике тәүлек эсендә 35 кеше өшөгән

Йәмғиәт

Өфөлә һуңғы ике тәүлектә 35 кеше тәнен өшөткән. Дүрт кеше һәләк булған, тип хәбәр итә ҡала «Ҡотҡарыу хеҙмәте 112».

Синоптиктар, Өфө ситендә 40-45 градусҡа тиклем экстремаль температура була тип иҫкәртә.

Ҡотҡарыусылар шәхси транспортта алыҫ юлға сәфәргә сыҡмаҫҡа, йылытылған бинанан кәрәкһеҙ сыҡмаҫҡа, йылы кейенергә һәм иҫерткес эсемлектәр эсмәҫкә кәңәш итә. Һыуыҡтан зыян күреүселәрҙең күбеһе был ҡыш алкоголдән иҫергән хәлдә була. Ҡотҡарыу хеҙмәте шулай уҡ, электр приборҙарҙы ҡабыҙылған килеш ҡалдырмаҫҡа саҡыра, һыуыҡтарҙа йыш ҡына янғын сыға.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть