9 декабрь, Йома

30 ғинуар 2014 йыл, 16:47

Республиканың ғалим-иҡтисадсылары, Рәсәй инновацион үҫеш юлына баҫырға тейеш, тип иҫәпләй

автор: Арина Рәхимҡолова

Гайдаров форумы йомғаҡтары буйынса Өфөлә түңәрәк өҫтәл республиканың алдынғы иҡтисадсыларын: теоретиктарҙы, практиктарҙы, дәүләт хеҙмәткәрҙәрен, йәмғиәт һәм сәйәсәт эшмәкәрҙәрен, йыйҙы. Сара БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында үтте.

Докладтар менән Мәскәү Гайдаров форумы ҡатнашыусылары, шул иҫәптән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының иҡтисад факультеты деканы Динара Пескова, шулай уҡ Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының иҡтисади анализ һәм эшҡыуарлыҡ кафедраһы мөдире Рөстәм Мәликов, сығыш яһаны.

Ғалимдар Рәсәй һәм уның төбәктәренең иҡтисади торошона баһа биреүгә бәйле мәсьәләләргә фекер алышты, илдең артабанғы үҫеш юлын һайлауы тураһында әңгәмәләште. Түңәрәк өҫтәлдә билдәләп үтеүенсә, «Ведение бизнеса» Бөтә донъя банкы рейтингында беҙҙең ил 20 пунктҡа алға күскән. Был ыңғай үҙгәрештәр тураһында һөйләй, инвесторҙарға уңайлы эш климаты тураһында сигнал бирә.

Түңәрәк өҫтәл, Гайдаров форумы кеүек, төп проблемалар буйынса төрлө ҡараштарҙы асыҡланы. Әммә иҡтисадсылар, артабан да либераллек юлы буйынса барырға һәм конкурентлыҡ үҫешенә файҙа булһын өсөн иҡтисади процестарға дәүләт йоғонтоһон сикләргә кәрәк, тип белдерҙе. Икенселәр, Рәсәй өсөн, уның үҙенсәлегенә күрә, таҙа баҙар юлы килешмәй, тип иҫәпләй.

Һүҙ көрәштереүҙә ҡатнашыусылар, үҙенең һөҙөмтәле иҡтисад моделен илебеҙгә әле уйлап табаһы бар, тигән һығымтаға килде. Рәсәй тиҙерәк инновацион үҫеш юлына боролорға тейеш. Етди саҡырыу булып кадрҙар сәйәсәте тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төбәктәрҙә йәш һөҙөмтәле дәүләт идарасылары звеноһы ауыр формалаша. Шуға бәйле, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының ректоры Сергей Лаврентьев билдәләүенсә, ҙур ышаныс ғалим-иҡтисадсыларға, уларҙың иҡтисади платформаны булдырыуҙа әүҙем гражданлыҡ позицияһына төшә.