9 декабрь, Йома

30 ғинуар 2014 йыл, 15:49

Бөгөн Башҡортостанда 45 градусҡа тиклем иң һыуыҡ көн һәм төн

автор: Галина Бахшиева

Бөгөн Башҡортостанда иң һыуыҡ көн һәм тағы ла, үткән төндәге кеүек, иң һыуыҡ төн, айырым райондарҙа минус 44-45 градусҡа тиклем һыуыҡ буласаҡ.

— Бөтә беҙҙең күҙаллауҙар тулыһынса тап килде. Бөгөн республикала һауа температураһы 35-36 градус һыуыҡ, Өфөлә – 30-31 тәшкил итәсәк, Башҡортостандың баш ҡалаһында саҡ ҡына йылыраҡ, тотош төбәк буйынса төндә – 33 градустан алып 36 градусҡа тиклем һыуыҡ булды, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева.

Ял көндәрендә һауа температураһы бер аҙ күтәреләсәк, тик күпкә түгел. Һыуыҡ һауа торошо һаҡланасаҡ, «тик сатлама һыуыҡтар ғына сигенәсәк».

— Әгәр бөгөн республика буйынса төндә айырым райондарҙа 44-45 градус һыуыҡ булһа, артабанғы көндәрҙә температура яҡынса биш-ете градусҡа күтәреләсәк, — тип белдерҙе Анна Козаева. — шәмбе-йәкшәмбелә, 1 һәм 2 февралдә, өҫтөнлөк иткән температура Башҡортостанда төндә – минус 25-30 градус, айырым райондарҙа 35-40 буласаҡ. Был айырыуса республиканың төньяҡ-көнсығышы һәм көнсығышы. Көндөҙ һауа температураһы бик «сағыу» — 23-28 градус сигендә, урыны менән 33 градусҡа тиклем һыуыҡ.

Шәмбе, 1 февралдә, синоптиктар бер аҙ ҡар яуыуын күҙаллай, бигерәк тә республиканың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә.

темалар: һауа торошо