11 декабрь, Йәкшәмбе

30 ғинуар 2014 йыл, 15:25

Рим Ҡәйүмов Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил итеп икенсе срокка һайланды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рим Ҡәйүмов Башҡортостанда кеше хоҡуҡтарын яҡлауын дауам итәсәк. Тулы хоҡуҡлы вәкилде һайлау бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бишенсе ултырышында уҙҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рим Ҡәйүмов Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһына республика Президенты менән тәҡдим ителде. Ҡарарҙы БР Дәүләт Йыйылышының Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты хупланы, ә бөгөн пленар ултырышта депутаттар.

Тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһы вәкәләттең срогы уҙыу сәбәпле вакантлы булды, тип аңлаттылар республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә. Алдан хоҡуҡ яҡлаусы вазифаһын шулай уҡ Рим Ҡәйүмов биләне.

Тулы хоҡуҡлы вәкил депутаттар алдында биш йыл эсендә үҙ эшенең һөҙөмтәләре тураһында отчет бирҙе, эшмәкәрлегенең төп күрһәткестәре тураһында һөйләне һәм ҡайһы бер статистика мәғлүмәттәрен күрһәтте.