5 декабрь, Дүшәмбе

30 ғинуар 2014 йыл, 15:11

Өфөлә республика парламентының пленар ултырышы үтә

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың V ултырышы үтә. Көн тәртибендә 53 мәсьәлә иҫәпләнә.

Парламентарийҙар «2013 йылда Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенең торошо тураһында»ғы доклад тыңларға һәм «Выждан азатлығы һәм дин тотоу иреклеге хаҡындағы ҡануниәттең Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырылыуы тураһында»ғы темаға «Хөкүмәт сәғәтендә» ҡатнашырға ниәтләнә.

Депутаттар бер нисә закон проектын, шулай уҡ Белорет районы Тимер юл ауылындағы хәл буйынса парламент тикшереүенең яҡынса һөҙөмтәләрен ҡараясаҡ.

Икенсе уҡыуҙа ҡарарға тәҡдим ителгән, «Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәртеүҙәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында»ғы закон проектында власть органдарының ҡарар ҡабул итеүендә граждандарҙың ҡатнашыуына яңы формалар индерелә. Шулай уҡ граждандарҙың закондар инициативаһы ҡарала, ул гражданға Дәүләт Йыйылышында мотлаҡ ҡаралырға тейешле закон проектын тәҡдим итергә хоҡуҡ бирә. Бынан тыш, БР Конституция суды индергән закон проекты республиканың иң юғары вазифалы кешеһенең вазифаһын «Глава Республики Башкортостан» тип үҙгәртеп атауҙы ҡарай.

«Башҡортостан Республикаһының дәүләт мөлкәтендә йәки муниципаль мөлкәттә булған һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡуртымға бирелгән күсемһеҙ милекте тартып алыу  буйынса айырым һорауҙарҙы көйләү тураһында»ғы закон проекты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ете йылдан әҙерәк ҡуртымға алған мөлкәткә түләүҙе ваҡыты менән бүлеп түләүҙе билдәләргә тәҡдим итә.

«Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо тураһында»ғы законына тәҡдим ителгән үҙгәрештәр торама пунктарының исемен алмаштырыуҙа халыҡ фекерен иҫәпкә алырға юл ҡуя.

Пленар ултырышта депутаттар Башҡортостан Республикаһының айырым суд участкаларына мировой судьялар вазифаһына кандидатуралар ҡараясаҡ.