10 декабрь, Шәмбе

30 ғинуар 2014 йыл, 12:34

Республика халҡын авария хәлендәге йорттарҙан күсереүгә 2017 йылға 14,5 миллиард һум талап ителә

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

Авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү буйынса программаның срогы 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтылды, биш йыл эсендә 400 мең квадрат метр йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡтан кешеләрҙе күсереү планлаштырыла. Был хаҡта 29 ғинуарҙа Өфөлә үткән авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү мәсьәләһе буйынса БР хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация кәңәшмәһенең киңәйтелгән ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүф Ноғоманов хәбәр итте.

Авария хәлендәге торлаҡтарҙан граждандарҙы күсереүгә 12 миллиард 280 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителәсәк. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан 2013-2017 йылдар осоронда 4 миллиард 461 миллион һум ярҙам бүленәсәк. Республика бюджетынан 7 миллиард 819 миллион һум бүлеү планлаштырыла. Бынан тыш, бирелгән һәм алынған майҙандарҙың айырмаһын ҡапларға урыдағы бюджеттарҙан өҫтәмә 2 миллиард һум самаһы кәрәк буласаҡ.

— Авария хәлендәге торлаҡ фонды 2017 йылдың 1 сентябренә тиклем күсерелеп бөтөргә тейеш, — тине Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов. — 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендәге тип танылған йорттар һүтеләсәк. Был мәсьәләне хәл итер өсөн Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының эшмәкәрлеге 2017 йылға тиңлем оҙайтылды.

Башҡортостанда фонд средстволарының ҡатнашлығы менән 2008 йылдан алып һигеҙ адреслы программа ғәмәлғә ашырылған, уның сиктәрендә 7,3 миллиард һумы үҙләштерелгән, уларҙың 4,3 миллиард һумы фонд средстволары иҫәбенә. 600 авария хәлендәге йорттан 16 мең самаһы граждан күсерелгән.

— Бындай һәр осраҡта һәр ғаиләнең мөһим проблемаһын – торлаҡ мәсьәләһен хәл иттек, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Миңә хаттар килә, унда кешеләр, уларҙың йорттары 90-сы йылдарҙа уҡ авария хәлендә, йәшәргә яраҡһыҙ тип танылған йорттарҙа йәшәүҙәренә зарланып яҙа. Авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү эшен республика Хөкүмәте өсөн иң мөһиме тип иҫәпләйем. Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү, туҙған һәм авария хәлендәге йорттарҙы һүтеү һәм башҡа мөһим мәсьәләләр һәр ваҡытта ла иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.

Республика Президенты, билдәләгән мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу өсөн ҙур ресурстар кәрәк, тип билдәләне. Бынан тыш, башҡа ауырлыҡтар ҙа бар. Тәү сиратта Рөстәм Хәмитов авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү мәсьәләһе буйынса федераль норматив хоҡуҡи акттарҙа бер нисә ҡаршылыҡтар бар. Рәсәй Торлаҡ кодексына ярашлы граждандарға дөйөм майҙаны буйынса тиң торлаҡ бирелергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта «иҫке» ике бүлмәле фатирҙар йыш ҡына хәҙерге бер бүлмәле фатирҙарҙан бәләкәйерәк.

— Граждандар судтарға уларҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыуға ялыу яҙа һәм был эштәрҙе еңә, — тип һөйләй Рөстәм Хәмитов. — Урындағы властарға ҙур майҙанлы фатирҙар бирергә тура килә. Әммә, был сығымдарҙы ҡаплаусы, өҫтәмә финанстар федераль бюджеттан да, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан да бүленмәй. Беҙ квадрат метр буйынса түлы күләмдә ҡаплау тәҡдиме менән федераль үҙәккә мөрәжәғәт итербеҙ.

Проблемалар шулай уҡ төбәк һәм муниципаль бюджеттарҙа финанстар етмәүгә күрә сыға. Рөстәм Хәмитов ултырышта ҡатнашыусы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының генераль директоры урынбаҫары Сергей Сучковҡа һәм Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншинға РФ Хөкүмәтенә муниципалитеттарға һәм төбәктәргә күрһәтелгән ярҙамдың лимитын арттырыу, шулай уҡ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды һәм төбәк бюджеттары средстволарының тиң өлөштәргә еткереү иҫәбендә бергә финанслауҙы еткереү тураһында үтенес ҡағыҙын йүнәлтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Рөстәм Хәмитов айырым хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегенә туҡтап үтте.

— Авария хәлендәге йорттарҙы һүтеү мәсьәләһендә, һис шикһеҙ, боҙоуҙар ҙа бар, — тип билдәләне республика Президенты. — Хоҡуҡ һаҡлаусылар дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуҙа коррупция хоҡуҡ боҙоуҙар булыуы ихтималлығын бөтөрөп, кәрәкле, файҙалы эш башҡара. Шул уҡ ваҡытта үтәүсе ҡатмарлы хәлдә тора: ҡануниәт бар, ул авария хәлендәге торлаҡтан күсереүҙә килеп сыҡҡан бөтә нескәлектәрҙе көйләй алмай. Был бушлыҡтарҙы тултырырға маташыусы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының методик кәңәштәре бар. Кәңәшмәләрҙе үтәмәү программаны финанслауҙы туҡтатыуға алып бара.

— Һәр ваҡыт авария хәлендәге йорттар эргәһендә өйөрөлгән бөтә коррупция схемаларына кәртә ҡуйырға кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Был эште республиканың бөтә халҡына асыҡ һәм аңлайышлы итеп эшләргә кәрәк. Ул саҡта алыпһатырлыҡ булмаясаҡ. Интернетта исемлектәрҙе баҫтырырға кәрәк – ниндәй өйҙәрҙе һүтәсәктәр, уға алмашҡа нимә төҙөләсәк, һүтеүҙең сираты ниндәй буласаҡ. 2017 йылдың сентябрендә беҙ, планлаштырылған төҙөлөш күләме үтәлгән, ә кешеләр авария хәлендәге йорттарҙан күсерелгән тип отчет яһарға тейешбеҙ. Беҙ был теманы ябырға тейеш.