9 декабрь, Йома

30 ғинуар 2014 йыл, 10:07

Рөстәм Хәмитов: «Республика инвестиция программаһы — стратегик планлаштырыу инструменты»

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанда 2013 йылда Республика адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыуға йомғаҡтар яһалды.

БР Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итеүенсә, уны ғәмәлгә ашырыуға үткән йылда бөтә төбәк бюджетынан 10 процент самаһы йүнәлтелгән.

— Дөйөм алғанда программа 2013 йылда уңышлы тамамланды. Үҙләштереү күләме 13 миллиард һумдан артты. Ул 2012 йылға ҡарағанда 4,4 процентҡа күберәк, һәм 2012 йылда беренсе тапҡыр раҫланған пландың өстән ике өлөшөн тиерлек уҙҙы, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Төбәк башлығы фекеренсә, Республика адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырғанда, сығымдарҙы планлаштырғанда оптималь балансҡа ирешеп булған. Һүҙ тәү сиратта, 2016 йылға мәктәпкәсә учреждениеларға сиратты тулыһынса бөтөрөү өсөн, балалар баҡсалары төҙөү тураһында бара.

Бынан тыш, былтыр республикала халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, коммуналь хужалыҡты модернизациялау, тамамланмаған төҙөлөш күләмен кәметеү һәм Башҡортостандың Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барылған. Республика ҡалаларының инфраструктуралары яңы торлаҡ төҙөүгә әҙерләнгән.

— Былтыр күп өлкәләр буйынса эштәр алға барҙы. Инженер инфраструктураһын үҫтереүгә ғәйәт ҙур сумма йүнәлтелде – 2,8 миллиард һум. Был беҙгә 2,5 миллион квадрат метр торлаҡҡа эйә булырға һәм, бынан тыш, артабан киңәйтелгән сәнәғәт һәм шәхси төҙөлөш өсөн нигеҙ һалырға мөмкинлек бирҙе. Инфраструктурала экономияларға ярамай. Был эште дауам итергә тейешбеҙ. Бигерәк тә ул әһәмиәтле, яҡшы һөҙөмтәләр бирә, — тип үҙ ҡарашын белдерҙе Башҡортостан Президенты.

Республика Хөкүмәте ултырышында билдәләнгәнсә, былтыр социаль торлаҡ төҙөү, авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелгән. Алты меңдән ашыу кеше был программалар буйынса үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.

Шулай уҡ алданған өлөшсөләрҙең ҙур өлөшөнә ярҙам күрһәтелгән, 2013 йылда 1,5 мең тирәһе ғаиләнең торлаҡ мәсьәләре хәл ителгән.

— Әммә, тағы ла меңдән ашыу ғаилә бындай мәсьәләне хәл итеүҙе көтөүҙәре тураһында оноторға ярамай, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — 2014 йылда, һис шикһеҙ, беҙгә был хәлдән сығырға кәрәк. Ныҡ ауыр мәсьәлә. Уны аңлар, хәл итеү сараларын табыу, ресурстар табыу өсөн өс йыл самаһы ваҡыт кәрәк булды. Һәм һөҙөмтәлә кешеләргә торлаҡтар бирелә башланды.

Президент әйтеүенсә, 2013 йылда республикала 2,5 меңдән ашыу урынға иҫәпләнгән 17 балалар баҡсаһы төҙөлгән һәм реконструкцияланған. Ете һаулыҡ һаҡлау учреждениелары сафҡа индерелгән, уларҙы төҙөүгә тотоноуҙар 2,5 миллиард һумдан ашҡан.

Шул арала Республика адреслы инвестиция программаһын ғәмәлғә ашырыуҙа етди кәмселектәр бар. Мәҫәлән, үткән йылдың беренсе кварталында ни бары 800 мең һум ғына үҙләштерелгән. Беренсе ярты йыллыҡта – йылына бүленгән дөйөм сумманың 20 проценты.

— Системаһыҙ, ритмһыҙ эш характеры һаҡлана, ул инде йыл һуңында ғәҙәттәге авралға килтерә. Ул беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй. Был эштең планлаштырыу һәм алып барыу технологияһын тамырынан алып үҙгәртергә кәрәк тип әйткәйнем. Былтыр беҙ был өлкәлә үҙгәрештәр индерҙек, быйылғы Республика адреслы инвестиция программаһын әҙерләгәндә күп яңылыҡтар һалынды. Ул үҙ һөҙөмтәләрен бирер, тип иҫәпләйем, — тигән ышаныс белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

2013 йылда 1,8 миллиард һум самаһы үҙләштерелмәй ҡалған, шулай уҡ 576 миллион һумы федераль средстволар. Төп сәбәптәрҙең береһе аҡсаларҙың һуң килеүе, ҡайһы саҡта икенсе ярты йыллыҡта ла. Мәҫәлән, балалар баҡсалары төҙөүгә республика аҡсаны сентябрҙә-октябрҙә генә алған. Шуға ҡарамаҫтан, ҡалған өс-дүрт айҙа төбәк был йүнәлештә күп нәмәләр эшләп өлгөргән.

— Республика адреслы инвестиция программаһын булдырыуҙа принципиаль яңы алымдар тураһында һөйләгәндә, былай тип әйтәм: ул стратегик планлаштырыу инструменты. Һәм ул беҙҙең дәүләт программаларын ғәмәлгә ашырғанда мөһим һәм төплө булырға тейеш. Әлегә Республика адреслы инвестиция программаһы министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың, муниципаль берәмек хакимиәттәренең заявкалар һәм теләктәр йыйынтығы. Ләкин был программа системалы һәм баланслы документ түгел. Был системаның нигеҙе күренеп тора, әммә тулыһынса планлаштырылған һәм регламентланған эшкә әле сыға алманыҡ, — тине Башҡортостан Президенты.

Республика башлығы фекеренсә, маҡсатлы ориентирҙарҙы билдәләү менән аныҡ планлаштырыуға күсергә кәрәк.

— Беҙгә ябай үҙләштереү һандары кәрәкмәй. Эштең маҡсатлы күрһәткестәре кәрәк. Беҙгә процесы кәрәкмәй. Беҙгә мәсьәләләр кәрәк, уларҙы төп һөҙөмтәлә беҙ хәл итәбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Киләһе йылдан алып министрлыҡтар һәм ведомстволар иң тәүҙә Республика адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыуға өлөш индергәндәре, унда билдәләнгән социаль-иҡтисади үҫеш маҡсаттарына ирешеүҙәре тураһында отчет бирәсәк, тип ышанам.

2014 йылда Республика адреслы инвестиция программаһын ғәмәлгә ашырыуға 11-12 миллиард һум йүнәлтеү планлаштырыла.