5 декабрь, Дүшәмбе

29 ғинуар 2014 йыл, 17:01

Республика халҡын дәүләт хеҙмәттәре порталы менән онлайнда ҡулланырға өйрәтәләр

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәре порталы менән ҡулланыуҙы өйрәткән видеоролик БР Мәғлүмәти технологиялар буйынса агентлыҡтың сайтында ҡуйылған.

Аныҡ хеҙмәт миҫалында видеоролик портал менән ҡулланыу буйынса аҙымлап күрһәтмә бирә – теркәлеү процедураһынан алып һуңғы һөҙөмтәгә тиклем.

БР Мәғлүмәти технологиялар буйынса агентлыҡтың видеогалереяһында тотош дәүләт хеҙмәттәре порталы менән эшләү буйынса өйрәтеү күрсы бар. Һәр бер теләүсе уны ҡарай һәм курсты үтә ала.

БР Мәғлүмәти технологиялар буйынса агентлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһы дәүләт хеҙмәттәре порталында Башҡортостан территорияһында булған бөтә дәүләт хеҙмәттәре тураһында мәғлүмәт бар. Порталда ойошмаларҙың координаталарын, эш ваҡытын, хеҙмәттәрҙең ваҡытын һәм хаҡын, кәрәкле документтарҙың исемлеген белеп була. Республика дәүләт хеҙмәттәре порталы аша хеҙмәтте алыуға электрон заявка биреп була.