Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Ауырғазы районы уҡыусылары ҡоштар өсөн 230 тағараҡ эшләп элде

Йәмғиәт

Ауырғазы районында «Тағараҡ» экологик акцияһы уҙа. Ғинуарҙан алып мартҡа тиклем уҡыусылар ҡоштар йәшәгән урындарға тағараҡтар эшләп эләсәк. 230-ҙан ашыу тағараҡ үҙенең ҡанатлы ҡунаҡтарын көтә.

Акцияның төп маҡсаты – хайуандар донъяһына балаларҙа һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү. Йола буйынса «Тағараҡ» йыл һайын ҡышҡы айҙарҙа уҙғарыла. 2014 йылда акцияның девизы: «Ҡоштарҙы – беҙҙең бәләкәй дуҫтарҙы һаҡлағыҙ».

Быйыл был экологик акцияның иң әүҙем ҡатнашыусылары башланғыс синыф уҡыусылары һәм 3-сө, 4-се балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре булды.

— Практик өлөшәнән тыш, акцияға теория инә. Район мәктәптәрендә ҡоштар тормошо тураһында лекциялар, экологик викториналар һәм һыуыҡ ваҡытта ҡоштарға ярҙам итеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмәләр үтә, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова. — «Тағараҡ» акцияһы һуңында ҡоштарҙың тормошо тураһында балаларҙың иң яҡшы ғилми эштәре, шулай уҡ ҡанатлылар өсөн иң яҡшы «ашхана» билдәләнәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть