3 декабрь, Шәмбе

29 ғинуар 2014 йыл, 11:34

Ун кандидат Өфө мэры вазифаһына дәғүә итә

автор: Ғәлиә Нәбиева, Арина Рәхимҡолова

Өфө хакимиәте башлағы вазифаһын биләүгә конкурста ҡатнашыу өсөн документтарҙы ҡабул итеү тамамланды. Документтарын 10 кандидат тапшырҙы: Николай Бажин, Вячеслав Гаврилов, Рафиҡ Дусалиев, Сәид Закиров, Ринат Нәсибуллин, Николай Пучнин, Владимир Чернов, Илшат Шәфиғуллин, Марат Йосопов, Ирек Ялалов.

Конкурс иғлан итеү тураһында ҡарар Ҡала Советының сираттағы 28-се ултырышында Федераль законға, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы уставына, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс үткәреүҙең тәртибе тураһында положениеға ярашлы ҡабул ителде.

темалар: һайлауҙар, мэр