Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө – Аэропорт трассаһында иң ҙур тиҙлек сәғәтенә 60 километрға тиклем кәметелде

Йәмғиәт

Өфө – Аэропорт трассаһында яңы тиҙлек режимы индерелде. Хәрәкәттең иң ҙур тиҙлеге сәғәтенә 80 километрҙан 60 километрға тиклем кәметелде, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте.

«Бындай сара Дәүләт автоинспекцияһының кәңәшенә һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға, юл-транспорт ваҡиғалары иҫәбен кәметеүгә, уның һөҙөмтәһендә кешеләрҙең үлеү һәм йәрәхәтләнеү осраҡтарын аҙайтыуға бәйле индерелде», — тип аңлаттылар мэрияның матбуғат хеҙмәтендә.

РФ Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса ЮХХДИ идаралығы бүлегенең мәғлүмәттәренә ярашлы, 2013 йылда республиканың баш ҡалаһы юлдарында 111 кеше һәләк булды, өс меңдән ашыуы төрлө ауырлыҡта тән йәрәхәттәре алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть