2 декабрь, Йома

28 ғинуар 2014 йыл, 17:00

Силәбе өлкәһендә башҡорт таҫтамалы байрамы үтте

автор: Гөлфиә Акулова

Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында, «Башҡорт биҙәктәре» ҡатын-ҡыҙҙар клубы һәм «Башҡорт Ҡоролтайы» Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмаһы ойошторған, башҡорт таҫтамалы байрамы үтте. Был турала «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы хәбәр итә. Клубтың залдарында ҡул менән сигелгән башҡорт таҫтамалдары, етендән һәм кесәрткәндән таҫтамалдар күрһәтелеп ҡуйылған. Ҡайһы бер туҡыма эштәренең йәше – 100 йылдан ашыу. Клуб етәксеһе Рәйсә Хужина, таҫтамалда кешеләр, башҡорт йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында иҫтәлек йәшерелгән, тип билдәләй. Халыҡ йолаһы буйынса яңы тыуған баланы аҡ таҫтамал менән ҡабул иткәндәр. Туйға килен төрлө сағыу биҙәкле бик күп таҫтамал әҙерләгән. Туй арбаһының дуғаһы сағыу таҫтамал менән биҙәлгән. Йәш ҡатын иренең өйөнә килгәс, туғандары уның ҡул эшен лайыҡлы баһалаһын өсөн, йортта таҫтамалдарын элгән. Шулай уҡ башҡорттарҙа ҡунаҡта аҡһаҡалдың ҡулбашына һәм ҡунаҡтарҙың алдына таҫтамал һалғандар.