Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

2013 йылдың ғинуар-ноябрендә Өфөлә 15,7 мең самаһы бала тыуҙы

Йәмғиәт

Өфөлә демографик үҫеш һаҡланыуы күҙәтелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды матбуғат конференцияһында баш ҡала хакимиәтенең иҡтисад идаралығы начальнигы Ольга Краснова.

— 2013 йылдың ғинуар-ноябрендә Өфөлә 15694 бала тыуҙы, 2012 йыл осорона ҡарағанда 745-кә күберәк, — тип хәбәр итте журналистарға Ольга Краснова.

Халыҡтың тәбиғи артымы 2013 йылдың 11 айында 4287 кеше тәшкил итте. Сағыштырыу өсөн: 2012 йылдың ғинуар-ноябрендә был күрһәткес 3538 кеше тәшкил итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть