Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала йыл һуңында мәҙәниәттең иң яҡшы 100 ваҡиғаһын һайлаясаҡтар

Мәҙәниәт

Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы сиктәрендә «иң яҡшы 100 ваҡиға» конкурсы уҙғарыла. Унда республика һәм муниципаль мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары ҡатнаша ала. Ярыштың ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт министрлығы һәм «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы. Конкурс мәҙәниәт һәм сәнғәттең ролен арттырыу, шулай уҡ был өлкәләге процесҡа киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла. Сараның төп бурыстары: Башҡортостан Республикаһында Мәҙәниәт йылында үткән иң яҡшы ваҡиғаларҙы асыҡлау һәм ижади башланғыстарҙы алға этәреү. Конкурстың беренсе турында эксперттар комиссияһы проекттарҙы һайлап аласаҡ. Йылдың сағыу һәм мөһим ваҡиғалары икенсе турҙа «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталында онлайн-тауыш биреү менән билдәләнәсәк. Еңеүселәргә дипломдар тапшырыу тантанаһы Мәҙәниәт йылын рәсми рәүештә япҡанда уҙасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть