7 декабрь, Шаршамбы

28 ғинуар 2014 йыл, 14:46

Рәсәйҙә ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн өс һанлы номерҙар индерелде

автор: Розалия Вәлиева

Ашығыс хеҙмәттәрҙең бөтә бәйләнеш операторҙы өсөн берҙәм, өс һанлы номерҙар Рәсәйҙә индерелде. Хәҙер ярҙам һорап янғын хеҙмәтенә 101, полицияға – 102, медицина ярҙамына – 103 һәм газ хеҙмәтенә 104 һандарына шылтыратырға кәрәк. Ҡыҫҡа 115 һандары буйынса электрон дәүләт хеҙмәттәре тураһында мәғлүмәт алырға була. Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының тейешле ҡарары 27 ғинуарҙа үҙ көсөнә инде.

Билдәләп үтергә кәрәк, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә алдан индерелгән берҙәм 112 һандары мөрәжәғәттәр ҡабул итеүен дауам итә. «Балаға хәүеф янай» телефон линияһы өсөн 122 һандары үҙгәрә, линия өсөн ике яңы номер – 121 һәм 123 бирелә.

Бөтә был номерҙарҙы барлыҡ Рәсәй операторҙарының урындағы телефон элемтәһенең теләһе ҡайһы селтәрендә ҡулланып була. Стационар телефондары өсөн 01, 02, 03 һәм 04 һандарын ҡулланыу әлегә һаҡлана.

Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында билдәләүҙәренсә, номерҙарҙың яңы системаһына күсеү этаплап уҙғарыласаҡ.

темалар: телефония