9 декабрь, Йома

28 ғинуар 2014 йыл, 12:43

Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһына Рим Ҡәйүмов тәҡдим ителде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рим Ҡәйүмов Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһына тәҡдим ителде. Тейешле ҡарарҙы БР Дәүләт Йыйылышының Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты ҡабул итте. Тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһы вәкәләттең срогы уҙыу сәбәпле вакантлы булды, тип аңлаттылар республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә. Алдан хоҡуҡ яҡлаусы вазифаһын шулай уҡ Рим Ҡәйүмов биләне.

Тулы хоҡуҡлы вәкил депутаттар алдында биш йыл эсендә үҙ эшенең һөҙөмтәләре тураһында отчет бирҙе, эшмәкәрлегенең төп күрһәткестәре тураһында һөйләне һәм ҡайһы бер статистика мәғлүмәттәрен күрһәтте. Атап әйткәндә, йыл һайын ярҙам һорап өс мең тирәһе кеше мөрәжәғәт итә, һәм уларҙың иҫәбе уртаса ун процентҡа арта.

Депутаттар Рим Ҡәйүмовтың юғары профессионаллеген баһаланы, тәҡдим ителгән кандидатура хупланды. Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилде тәғәйенләү тураһындағы ҡарар республика Дәүләт Йыйылышының яҡындағы пленар ултырышында, 30 ғинуарҙа, ҡабул ителәсәк.