Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.22 ↑

EUR 69.26 ↑

22 сентябрь, Йома

Уфа   °

Айгөл Вәлиева донъяның иң матур 10 студенты иҫәбендә

Йәмғиәт

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының бишенсе курс студенты Айгөл Вәлиева, Рәсәйҙән «World Miss University-2014» конкурсында ҡатнашып донъяның иң матур студенттары унлығына инде.

Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, конкурс Көньяҡ Кореяла үтте. Айгөл Вәлиева һуңғы көнгә тиклем фавориттар иҫәбендә булды, тип билдәләнеләр Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат хеҙмәтендә. Быға уның тышҡы матурлығы, инглиз телен белеүе, яҡшы итеп әҙерләнгән ижади номеры тәьҫир итте.

— Айгөл инде оҙаҡ йылдар Латин Америкаһы бейеүҙәре менән шөғөлләнә һәм конкурс өсөн ялҡынлы яңғыҙ бейеү номерын әҙерләне, уны жюри ағзалары «бишлегә» баһаланы. Бынан тыш, башҡорт һылыуы интернет-тауыш биреүҙә дүртенсе баҫҡысҡа күтәрелде, — тип хәбәр итте вуздың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Михайлова.

Бөтә донъянан 42 дәғүә итеүсе араһынан World Miss University-2014 исемен Мексика студенты яуланы.

Айгөл әйтеүенсә, бындай конкурста ҡатнашыу – һәр ҡыҙ өсөн ҙур хөрмәт. Сөнки ул бөтә ил исеменән сығыш яһаны һәм уның өсөн бөтә Рәсәй борсолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть