Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Яңауылда янғын ҡорбандарының һаны алты кешегә тиклем артты

Йәмғиәт

Өфөнөң 18-се клиник дауаханаһының тән бешеүҙе дауалау үҙәгендә аңына килмәйенсә Рудольф Ғәйтиев вафат булды.

Ул шартлау эпицентры булған фатирҙың хужаһы ине. Уның тәне 70 процентҡа бешкәйне. Янғында уның йөклө ҡатыны һәм 6 йәшлек ҡыҙы һәләк булды. Рудольф Ғәйтиевтың 15 йәшлек улы элеккесә реанимацияла ята, уның хәлен табиптар ауыр тип баһалай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 19 ғинуарҙа шартлау һәм уның артынан янғын сығыу һөҙәмтәһендә Яңауылдың биш ҡатлы йорттарының береһендә биш кеше һәләк булды һәм унауһы зыян күрҙе. Баштағы мәғлүмәттәргә ярашлы, ғәҙәттән тыш хәл, ремонт өсөн алынған газ балонынан газ сығып тороп, газ-һауа ҡатышмаһы шартлау арҡаһында килеп сыҡҡан.

Теги: фажиғә
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть