Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Альберт Мифтахов Башҡортостан Президенты Хакимите Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Альберт Мифтаховты Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимите Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләне, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Белешмә. Альберт Ленар улы Мифтахов 1959 йылдың 15 сентябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Өфөнөң Октябрь районының 13-сө киске урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып башлай.

1982-1984 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары. 1984-1987 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университеты аспиранты. 1987-1989 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ комитеты секретары. 1989-1991 йылдарҙа – ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, беренсе секретары. 1991-1994 йылдарҙа – Таможня хеҙмәтләндереү үҙәге директоры. 1998-2002 йылдарҙа — «Сим» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дөйөм мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары. 2002-2009 йылдарҙа – «Монтажводстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дөйөм мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары, иҡтисад буйынса директор. 2009-2012 йылдарҙа – «Новые Системы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең башҡарма директоры. 2012-2013 йылдарҙа – «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе.

2014 йылдың ғинуарынан әлегә тиклем – Башҡортостан Республикаһы Президенты Секретариаты начальнигы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть