6 декабрь, Шишәмбе

28 ғинуар 2014 йыл, 9:40

Рөстәм Хәмитов һәм Махмут Дживелек Төркиә менән ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһында һөйләште

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

27 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Коджаэли провинцияһының (Төркиә) «Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы» бүлексәһе рәйесе Махмут Дживелек менән осрашты.

«Беҙ Төркиә Республикаһы менән хеҙмәттәшлегебеҙҙе киңәйтеү перспективаһын юғары баһалайбыҙ. Төркиәнең Коджаэли провинцияһы  сәнәғәте ныҡ үҫешкәндәрҙең береһе булғанын беләм. Беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт производствоһында шулай уҡ мөһим урынды биләй. Был беҙҙе ниндәйҙер кимәлдә яҡынайта. Рәсәй Федерацияһында иҫәп буйынса иң ҙур республика булып торабыҙ. Беҙҙә дүрт миллион кеше, 130 милләт вәкиле йәшәй. Шул иҫәптән 300 төрөк йәшәй. Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар араһындағы дуҫлыҡҡа ҙур иғтибар бүләбеҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

«Беҙ Башҡортостан Президенты менән орашырға тип килдек. Республика буйынса беҙҙең сәфәр дауам итә, тағы ла барыр урындар бар. Мин республика етәксеһенә рәхмәтемде һәм хөрмәтләүемде белдерәм. Беҙ технологиялар менән алмашыныу, Башҡортостанға инвестициялар мәсьәләләре тураһында фекер алыштыҡ. Уртаҡ фекергә килеүебеҙгә һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙҙең дауам итеүенә ышанам», — тип белдерҙе Төркиә сәйәсмәне.

Осрашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостан Президентының рәсми сайтында танышырға була.