Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Санкт-Петербургта Пискарев ҡәберлегенең мемориаль стелаһына Башҡортостан исеменән сәскә гөлләмәһе һалынды

Иҡтисад

БР Вәкиле, Рәсәй Геройы Риф Сәхәбетдинов башлығында Башҡортостан Республикаһының Санкт-Петербургтағы Даими вәкиллеге Пискарев мемориаль ҡәберлегенә сәскәләр һалыу сараһында ҡатнашты. Сара Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинградты фашист ҡамауынан тулыһынса азат итеүҙең 70 йыллығына арналған. Тантаналы сарала Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко, Рәсәй Федерацияһы Президентының Төньяҡ-Көнбайыш федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Булавин, Санкт-Петербургтың губернаторы Георгий Полтавченко, Ленинград өлкәһе губернаторы Александр Дрозденко, шулай уҡ РФ федераль, төбәк дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашты.

БР-ҙың Санкт-Петербургтағы Даими Вәкиллегенең баш белгесе Мәүлиҙә Ильясова хәбәр итеүенсә, мемориаль стелаға Башҡортостан Республикаһы исеменән сәскә гөлләмәһе һалынды. Ленинградты батырҙарса яҡлаусы Башҡортостан яугирҙарының иҫтәлек таҡтаташына сәскәләр һалынды. Башҡортостан делегацияһы составында Башҡортостандан ветерандар, шулай уҡ С.М.Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы курсанттары, яҡташтарыбыҙ булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть