Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала 45 градусҡа тиклем һыуытасаҡ

Йәмғиәт

Был аҙнала Башҡортостанда күп йылдарҙың уртаса билдәһенән уртаса 8-10 градусҡа түбән төшкән һауа температураһы менән һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ.

— Һауа торошоноң аяҙлы-болотло, күбеһенсә яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Урыны менән еңелсә ҡар яуасаҡ. Һауа температураһы төндә аҙна башында һәм аҙағында – 23-28 градус, айырым райондарҙа минус 35 градусҡа тиклем һыуыҡ буласаҡ. Көндөҙ – минус 18 градустан 23-кә тиклем, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева.

Шаршамбынан кесе йомаға, 29 ғинуарҙан 30-на, һәм кесе йоманан йомаға ҡарата төндә республикала һыуыҡтың көсәйеүе көтөлә. Төндә 30-35 градусҡа тиклем, урыны менән (айырыуса төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш һәм таулы райондарҙа) 40-45-кә тиклем һыуытасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ минус 25-тән алып 30 градусҡа тиклем тәшкил итәсәк, тип иҫкәртте республиканың баш синоптигы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть